Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы эшмәкәре Сафа Вафа улы китапханабыҙға "Ниғәмәт ауылы биләмәһе тарихы" (икенсе китап) китабын бүләк итте. Баҫмала ауылдар тарихы һәм кешеләрҙең тормошо, хужалыҡ тармаҡтары, мәҙәниәт, мәғариф өлкәләре үҫеше яҡтыртыла, ырыу - ара шәжәрәләре, төрлө нәҫел вәкилдәре тураһында биографик белешмә бирелә.
Китап авторҙарына (Ирек Бикмәтов, Таңһылыу Вәлиева, Сафа Ишмөхәмәтов, Борис Хәйретдинов) оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ һәм киләсәктә лә тыуған еребеҙҙең данлы-шанлы биттәрен барлау һәм уны ташҡа баҫып ҡалдырыу буйынса изге эштәрегеҙҙе дауам итеүҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ.