#Рәсәйхалыҡтарыныңмәҙәнимираҫыйылы
#Башҡортмәҙәниәтеһәмрухимираҫйылы
#Сибайкитапханалары
03 мартта, Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында, мәғариф ветераны Таңһылыу Йәнтүринаның «Бәйге ғүмер» китабының исем туйы үтте. Автор уны Баймаҡ районының тәүге предпринимателе, башҡорт халҡының мәҙәниәтен үҫтереүсе, уның бәҫен күтәреүсе бер туған ағайына бағышлап яҙған. Ижади кисәлә Вилүр Зиннәтовичтың туғандары, рухташ дуҫтары ҡатнашты. Таңһылыу Янтуринаның “Бәйге ғүмер” исемле китабы, рухи хазиналар донъяһын байытып, китап һөйөүселәрҙең күңел донъяһын тағы ла нығыраҡ йылытты.
Фотоларҙы ошо һылтанма буйынса ҡарарға була https://vk.com/album239647789_282967665