29 ноябрҙә Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы менән Үҫмерҙәр модель китапханаһы иң изге, иң яҡты байрамдарҙың береһе, әсә көнөнө арналған "Әсәйгә бүләккә шиғыр" исемле әҙәби кисә үткәрҙе. Был сара “Әҙәби тирмә” һәм рус телле яҙыусыларҙың “Откровение” әҙәби клубтары сиктәрендә ойошторолдо. Сара К. Кинйәбулатованың “Мин әсәймен!” тигән шиғыры менән асылып китте. Китапханабыҙҙың яҡын дуҫы, Роза Рәил ҡыҙы Ғарипованың шиғырҙы оҫта һәм тасуири һөйләүе барыһын да һоҡландырҙы.
Төбәгебеҙҙең билдәле яҙыусылары һәм яңы ҡәләм тирбәтеүселәр әсәйҙәргә сикһеҙ хөрмәт белдереп, күңел матурлығын юғалтмай, тирә – яҡтағыларға тик изге тойғолар ғына уятып йәшәгән, балаларына оло терәк булған әсәйҙәр хаҡында уйланып яҙылған шиғырҙарын уҡынылар.
Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы Ф. Сирбаевтың “Дини байрамдарҙан ҡала Әсәйҙәр көнө оло байрамға әүрелергә тейеш,”– тип әйткән һүҙҙәрендә хаҡ бар, сөнки, әсәй донъяла иң изге кеше. Сара бик матур үтте. Залда ултырыусылар һәр сығышты ихлас ҡабул итте. Китапханасылар ойошторған кисә шиғриәт һөйөүселәрҙе һәм шағирҙарҙы ижадтарына тағы ла нығыраҡ дәртләндерҙе һәм ҡанат ҡуйҙы.