#КитапУҡырғаСаҡырабыҙ! #ПриглашаемкЧтению!
#ЯңыКитаптар #КнижныеНовинки
Яңы китаптар килдеме?
Китап уҡырға яратыусылар был һорауҙы йыш бирә. Ҡайһы бер китапханабыҙ дуҫтары фондтағы китаптарҙың күбеһен уҡыған, шуға күрә яңы китаптар килгәнен көтөп кенә торалар.
Һөйөнсө, китапҡа ғашиҡ дуҫтарыбыҙ! Һеҙҙе яңы килгән китаптар менән таныштырабыҙ.
1. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим "Әҫәрҙәр"енең XI томына авторҙың төрлө йылдарҙа яҙылған очерктары, баһаламалары, мәҡәләләре, хаттары индерелгән.



4. Марсель Сәлимдең "Тишекле таш" китабындағы төрлө илдәрҙә, төрлө телдәрҙә донъя күргән әскелле-сөскөллө, сәнскеле-төрткөлө әҫәрҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Уларҙы уҡып берәүҙәр көлә, берәүҙәр көйә, кемдер йылмая, кемдер турһая... Бына шундай һайланған-яйланған әкәмәт әҫәрҙәр теҙмәһенең беренсе китабына яҙыусы-сатирик төрлө йылдарҙа ижад иткән ҡыҙыҡ-мыҙыҡ бәйәндәр, тамашалар, кәмиттәр тупланған.
5. Башҡорт әҙәбиәте белгесе, шағир, уҡытыусы Риф Әхмәҙиевтың “Йәйғор ғүмере” тип исемләнгән китабында авторҙың һуңғы бер нисә йыл эсендә яҙылған әҫәрҙәре урын алған. Унда шулай уҡ тәнҡит тарафынан ыңғай баһаланған, уҡыусылар яратып өлгөргән шиғырҙар индерелгән. Йыйынтыҡҡа тупланған әҫәрҙәр автор шиғриәтенең тематик төрлөлөгөн, идея-эстетик юғарылығын һәм образлы ассоциатив сараларға бай булыуын дәлилләй.
6. Земфира Сәхипова “Тыуған ерем, туған телем”. Автор был китабында мәктәпкәсә йәштәге һәм башланғыс класс уҡыусыларына шиғырҙар, хикәйәләр, йомаҡтар, һанашмаҡтар тәҡдим итә.
5. Башҡорт әҙәбиәте белгесе, шағир, уҡытыусы Риф Әхмәҙиевтың “Йәйғор ғүмере” тип исемләнгән китабында авторҙың һуңғы бер нисә йыл эсендә яҙылған әҫәрҙәре урын алған. Унда шулай уҡ тәнҡит тарафынан ыңғай баһаланған, уҡыусылар яратып өлгөргән шиғырҙар индерелгән. Йыйынтыҡҡа тупланған әҫәрҙәр автор шиғриәтенең тематик төрлөлөгөн, идея-эстетик юғарылығын һәм образлы ассоциатив сараларға бай булыуын дәлилләй.


Китаптарҙы Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһынан (Чайковский урамы,30) алып уҡырға була. Рәхим итегеҙ!