Яҙ килдеме- күңелгә моң тула, йыр тула. Юҡҡамы ни һәр бер шағир донъяны хозурлыҡҡа күмгән, күңелдәрҙе елкендергән яҙға әллә күпме шиғыр бағышлаған, шиғриәт көнө лә бит яҙ миҙгелендә билдәләнә.
23 март көнө, 2-се китапхана- филиалында халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы ижад әһелдәре һәм шиғриәт һөйөүселәр менән берлектә Бөтә донъя шиғриәт көнөнә арналған ” Мин яҙҙарҙа тыуҙым...” тип аталған кисә үткәрелде.
Осрашыу кисәһенең төп ҡунағы булып -Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылынан килгән уҙенең бай хисле, моңло, ихлас шиғриәте менән күптәрҙең куңелдәрен арбаған ябай, халыҡсан телле шағирә - Гөлзифа Зекериә ҡыҙы Исрафилова ҡатнашты.
Гөлзифа Зекерйә ҡыҙы һөнәре буйынса туҡыусы, оҙаҡ йылдар һатыусы булып эшләгән. Шиғриәткә булған һөйөүе мәктәп йылдарында уҡ яралған. Аҙаҡ ғаиләле булғас, донъя мәшәҡәте менән шиғыр яҙыуын ситкә ҡуйып торорға мәжбүр була. Бер-бер артлы ике ҡәҙерле кешеһен – ирен һәм улын юғалтҡас, бар ҡайғыһын аҡ ҡағыҙға баҫа, йәғни кисерештәрен шиғыр юлдары итеп теҙә. Сара үткәргән көндө, әле типография буяуының еҫе лә бөтмәгән “Йондоҙ йыям бүләккә” исемле йәнә бер китабын ҡулына алды .
Кисәлә яҙыусы-драматург, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, урындағы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина, Башкортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,мәғариф ветераны,хөрмәтле ағинәй, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Фәниә Зәйнулла ҡыҙы Хәмитова, Башкортостандың мәғариф ветераны Сәғиҙә Муллаәхмәт ҡыҙы Байназарова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова-Кәримова,беҙҙең ут куршеләребеҙ-Төйәләҫ ҡасабаһы ағинәйҙәре, шағирәнең классташтары, дәртләндереү төркөмө — мәғариф хеҙмәткәрҙәре Рәзимә Сәйетова менән Фәимә Туҡтамышева, шағирәнең тәүге уҡытыусыһы Гуватова Ғәрифә Шәһәрғәзе ҡыҙы ҡатнашты. «Күнел утрауы» клубы ағзалары исеменән Мәрйәм Ишбулды ҡыҙы Хәсәнова сәләм еткереп уҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Шиғыр булған ерҙә йыр ҙа була тигәндәй, шиғриәт кисәһе Әлнисә Алдырханова-Кәримова һәм Сәғиҙә Муллаәхмәт ҡыҙы Байназарова башҡарыуында йыр, гармун һәм мандолина моңдары менән үрелеп барҙы. Йәнле осрашыу Баймаҡтарҙың гимнына әүерелгән «Күк Ирәндек буйында» йырын күмәкләп башҡарыу менән тамамланды.
Гөлзифа Исрафилованың шундай һутлы телле, һөйөү менән һуғарылған шиғырҙары тыңлап, ләззәтле тойғоларға сумып, илһам, дәрт алдыҡ. Онотолмаҫлыҡ илаһи минуттар бүләк иткәнегеҙ өсөн шиғри йәнле дуҫтарыбыҙҙың барыһына ла ҙур рәхмәт! Халыҡ араһынан шундай иҫ китмәле таланттарҙы эҙләп табып, уларҙың артабанғы үҫешенә юл асыусы Сәғиҙә Муллаәхмәт ҡыҙына афарин тиергә ҡала!
“Дуҫлыҡ бүлешкәндән генә арта”, - тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Мостай Кәрим. Илһам да бүлешкәндән ишәйә. Шиғри йәнле кешеләребеҙ күберәк булған һайын, донъябыҙ йәмлерәк, йәшәйешебеҙ ҙә ғәмлерәк була бара.
«Күңел утрауы» клубында уткәрелгән был сара ысын мәғәнәһендә күңел байрамына әйләнде.
Гөлзифа апай Исрафилованы яңы китабы баҫылып сығыуы менән ысын күңелдән “Кунел утрауы” клубы исеменән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Күңелегеҙҙә илһамлы ижад ҡомары һүнмәһен- һүрелмәһен, ҡәләмегеҙ үткер, фекерегеҙ тос булһын! Киләсәктә лә иңегеҙҙәге илһам ҡошоғоҙ ҡанат ҡағып ҡына торһон, уңыштар һеҙгә! Китабығыҙ ҡотло булһын,ә ошондай йәнле осрашыуҙар дауамлы булһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
Нәзирә Иҙелбаева- Йәнбирҙина,
2-се китапхана-мөдире, «Күңел утрауы» клубы етәксеһе